Финанс ярҙам ауыл хужалығының бәләкәй формаларын үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора.Мәҫәлән, һуңғы биш йылда аграрийҙар 12 мең баш мал, 6 мең баш ҡош-ҡорт, 2 мең бал ҡорто күсе, 3 меңдән ашыу төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған.Былхужалыҡтарҙың тотороҡло үҫешен, шулай уҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүҙең яҡшы динамикаһын тәьмин итергә мөмкинлек биргән.
Республикала8,4 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә.Үткән йылда фермер хужалыҡтары игендең һәм көнбағыштың өстән бер өлөшөн, шәкәр сөгөлдөрөнөң биштән бер өлөшөн, шулай уҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләмендә 10 процент самаһы ит һәм һөт етештергән.2024 йылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙам итеү программаларын тормошҡа ашырыуға 422 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.Шуларҙың300миллионһумғаяҡыны«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Республикала яңы үҫешкән агротуризмға ярҙам итеү арта.Быйыл уны үҫтереүгә60миллионһумсамаһы аҡса бүленгән. 2024йылда был сегментта 16 мең турист көтөлә, ә 2025 йылда туристар ағымы күрһәткесе ике тапҡырға артырға тейеш.
Ауыл хужалығы кооперацияһы тотороҡло үҫешә. Был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбенә инә. Мәҫәлән, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны биш йыл эсендә 1,3 тапҡырға, ә пайсылар һаны ике тапҡырға артҡан. Республикала бөтәһе 445 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, шуларҙың 259-ы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар эшкәрткән сеймал күләме 110 мең тоннаға етә. Әҙер тауарҙарҙы федераль һәм төбәк селтәрҙәренең 2,5 меңдән ашыу сауҙа нөктәһендә һәм халыҡҡа яҡын кибеттәрҙә һаталар.