-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Август , 07:40

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү ҡыҙған осор

Башҡортостанда сенаж әҙерләү дауам итә һәм был мал аҙығы төрөнә ихтыяждың 97 проценттан ашыуы, йәғни бер миллион тоннанан ашыуы һалынған.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү ҡыҙған осор
Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү ҡыҙған осор

Бесәнде 408 мең тонна, йәғни планға ҡарата 58 процент әҙерләнгән. Шулай уҡ 18 район хужалыҡтарында  силос һалыу башланған. Әлеге көнгә 64 мең тоннанан ашыу һутлы мал аҙығы һалынған, был планлаштырылған күләмдең 6 процентынан ашыуын тәшкил итә. Иң күп силос Тәтешле районы хужалыҡтарында әҙерләнгән, 31,4 мең тонна. Дөйөм алғанда, республика буйынса шартлы мал башына 14 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге тура килә, йәғни планға ҡарата ихтыяждың 57 проценты әҙерләнгән. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында туҡталған эштәр бер мәлгә йыйылып, ауыл хужалығы эшселәренә бөтә төр эштәрҙе көсөргәнешле алып бараған мәлдәр ваҡыты.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: