-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Сентябрь , 15:58

Бер йылда 10 мең гектарҙан ашыу ер әйләнешкә индерелгән

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе маҡсатлы файҙаланыу мониторингы һөҙөмтәләре тикшерелде.    #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Бер йылда 10 мең гектарҙан ашыу ер  әйләнешкә индерелгән
Бер йылда 10 мең гектарҙан ашыу ер әйләнешкә индерелгән

        Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Руслан Байкеев хәбәр итеүенсә, республиканың ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 6,2 миллион гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 209 мең гектар ер  әйләнешкә индереү өсөн бар.  Ведомство ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса даими эш алып бара. 2023 йылда 650 ер участкаһында 149 пландан тыш күсмә тикшереү үткәрелгән.

       - Дөйөм контролдә тотолған майҙан 75 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта 74 мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡый үләндәре һәм ағас-ҡыуаҡлыҡтар үҫеүе асыҡланды. Ер участкаларының хоҡуҡ эйәләренә ҡануниәт боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында 315 иҫкәртеү бирелгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Байкеев.

      - Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы әйләнешенә бығаса файҙаланылмаған 10 мең гектарҙан ашыу ер ҡайтарылды. 2024 йыл башынан алып Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре дөйөм майҙаны 25 мең гектарҙан ашыу 160 ер участкаһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлаған.  Ауыл хужалығы әйләнешенә 3 мең гектарҙан ашыу элек файҙаланылмаған ерҙәр индерелгән. Бынан тыш, ведомство ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тупланған урындарҙың рөхсәтһеҙ урынлашыуын билдәләй. Мәҫәлән, 2023-2024 йылдарҙа 116 сүплек асыҡланған, уларҙың 51-е бөтөрөлгән.

 - Ер-иң кәрәкле ресурстарҙың береһе.Уның булыуы муниципалитеттыңинвестиция йәлеп итеүсәнлегендәҙуррольуйнай, - ти Руслан Байкеев.

     БашҡортостанБашлығымуниципалитет етәкселәренә ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм файҙаланылмаған ерҙе әйләнешкә индереү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: