-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Сентябрь , 07:20

Юлдарға бәйле программа тикшерелде

Был "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектҡа бәйле эшләнгән  республика программаһы төбәк Башлығы инициативаһы менән 2023 йылда эшләй башланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юлдарға бәйле программа тикшерелде
Юлдарға бәйле программа тикшерелде

2024-2026 йылдарҙа бөтәһе 216 саҡрым оҙонлоҡтағы 80 объектты, шул иҫәптән  биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. Мәҫәлән, 2024 йылда 104 саҡрым оҙонлоҡтағы 51 трасса участкаһын ремонтлау тамамланасаҡ. Иң ҙур объекттар иҫәбендә Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай–Аҡъяр, Иглин районында Иглин–Кальтовка, Яңауыл районында Яңауыл–Иҫке Ҡурдым, Илеш районында Яңы Маты–Рсай юлдары бар. Эштәр билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, төҙөүселәр 15 объектты ремонтты тамамлаған.

       Бынан тыш, 2024 йылда коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә (СНТ) илткән 20 юлды тәртипкә килтереү планлаштырыла. Участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 26,5 км, был юлдар 72 баҡса ширҡәтен тоташтыра.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: