-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Сентябрь , 07:40

Ветеринария лабораториялары яңыра

Башҡортостанда ветеринария лабораториялары системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль субсидия күләме арттырылған. Йыл башында 15,9 миллион һум күләмендә субсидия раҫланған булған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ветеринария лабораториялары яңыра
Ветеринария лабораториялары яңыра

Ошо айҙағы Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сумма 18,5 миллион һумға тиклем арттырылған.

     Төбәктәраҡсаны лабораторияларҙы ремонтлауға, уны техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға йүнәлтә ала. Был эштәр уларға милли аккредитация системаһында аккредитация алырға мөмкинлек бирәсәк. 2024 йылда илдең 39 төбәге ошо маҡсатҡа субсидия аласаҡ.

     Әйткәндәй, уҙған йылда Башҡортостандың өс ветеринария лабораторияһы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса аккредитация алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай алды. Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 11,4 миллион һум тәшкил иткән. Йәғни, был 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһының Мәләүез филиалы -10,4 миллион һум, Шишмә һәм Ауырғазы райондары ветеринария станциялары һәр береһе 500  мең алыуға өлгәшкән.  

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: