Бөгөнгө көнгә тулайым уңыш 2,5 млн тонна, уртаса гектарынан 22 ц (2023 йылда 19 ц/га) тәшкил итә. Ужым культураларының 93 проценты йыйып алынған. Уларҙың уңышы һәм йыйымы былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Ужым бойҙайы гектарынан 31 ц, ужым арышы 18,2 ц тәшкил итә.
Яҙғы иген культуралары 73 процент майҙанда һуғылған, уртаса уңыш гектарынан 20 ц булған, 1,67 млн тонна йыйылған (2023 йылда 18,5 ц/га). Майлы культуралар (рапс, горчица һәм етен) 46 мең гектарҙа сабылған, йәки бөтә майҙандың яҡынса 10 проценты (485,4 мең гектар). 72 мең тоннанан ашыу май культуралары һуғылған, уңдырышлылығы гектарына 16,6 ц. Республикала бөтәһе 315 мең гектар биләгән көнбағышты йыйыу эштәре башланып тора. Уны Көйөргәҙе, Кушнаренко, Күгәрсен, Стәрлебаш райондарында тәүгеләрһән булып башланғандар.