Киләһе яҙғы сәсеүгә 159 мең тоннанан ашыу яҙғы иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары һалынған, шуларҙың 21 мең тоннаһы – элиталы һәм суперэлитлы орлоҡтар. Һатыу өсөн 36 мең тоннаға яҡын иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо, шул иҫәптән 2,5 мең тонна суперэлита һәм элита һалынған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген орлоҡтарын һалыу планы 400 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән яҙғы орлоҡтар 274 мең тонна. Планға ярашлы страховка фондына 41 мең тонна орлоҡ һалырға кәрәк, был уңыш булмаған осраҡтағы айырым запас. Ужым орлоҡтары фонды 84 мең тонна күләмендә планлаштырылған.