А/хужалығы
Задержали водителя, который сбил пешехода и скрылсяГорящая трава повредила садовые домаСотрудники ГАИ помогли жильцам выбраться из горящего домаВ Баймакском районе током убило несколько коровВ Михайловке сотрудники ГАИ изъяли квадроцикл у несовершеннолетнего водителяДетская шалость привела к крупному пожаруСезон мотоциклистов открытСмертельное ДТП в Гафурийском районе"Минус один" пьяный водительНаехал на детскую площадкуВозле Инзера сгорела фураВ ДТП с двумя грузовиками погиб водительПожар в АмангильдиноШкольник сорвал контрольную ложным сообщением о минированииНе садитесь за руль пьяными!В подтопленной деревне Азово продолжается откачка водыИнспекторы ДПС применили силу к агрессивной хозяйке «Мерседеса»Подробности о нападении медведей на людей в БашкирииНа жителя Башкирии напал медведьҒафури районында ташҡын арҡаһында өйҙәрҙе һүтә башлағандар
Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
10 Октябрь 2024, 07:35

Башҡортостанда иген культуралары сәсеүлектәренең 92 процентында уңыш йыйылған

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәренең 92 проценты эшкәртелгән, 2,9 миллион тонна иген һуғып алынған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда иген культуралары сәсеүлектәренең 92 процентында уңыш йыйылған
Башҡортостанда иген культуралары сәсеүлектәренең 92 процентында уңыш йыйылған

Уртаса уңыш гектарына 21,8 ц тәшкил итә, был 2023 йылғы күрһәткестән юғарыраҡ (19 ц/га).

 Һигеҙ район аграрийҙары тулайым 100 мең тоннанан ашыу иген йыйған, улар араһында лидер булып, 200 мең тоннаға яҡын күрһәткес менән Стәрлетамаҡ районы килә.

Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары эшсәндәре лә юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, гектарынан 30 центнерҙан ашыу йыйған.

      120 мең гектарҙа иген һәм һуңғы культураларҙан - кукуруз, ҡарабойҙай һәм тары йыйып алырға ҡалған. Республикала шулай уҡ майлы культураларҙы һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эштәре дауам итә. Бынан тыш, хужалыҡтарҙа ужым культураларын сәсеү һәм ауыл хужалығы малдары өсөн мал аҙығы әҙерләү тамамланыуға бара. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 2025 йылда яҙғы сәсеү өсөн 200 мең тоннанан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары әҙерләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: