-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Октябрь , 07:50

Биш йылда аҙыҡ-түлек етештереү 29 процентҡа артҡан

Республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә етештереү һиҙелерлек үҫә. Һуңғы биш йылда аҙыҡ – түлек етештереү 29 процентҡа, ә эсемлектәр етештереү 12 процентҡа артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Биш йылда аҙыҡ-түлек етештереү 29 процентҡа артҡан
Биш йылда аҙыҡ-түлек етештереү 29 процентҡа артҡан

     2024 йылда Башҡортостан предприятиелары 117 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештереп ҡулланыусыларға оҙатҡан. Иң ҙур үҫеште ит һәм ит ярымфабрикаттары, ярма, үҫемлек майы, шәкәр һәм сыр, шулай уҡ алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү өлкәләре күрһәткән.

      Бындай аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыуға тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. Атап әйткәндә, 2022 йылдан Башҡортостанда аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү Концепцияһы тормошҡа ашырыла, уның буйынса аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең яңы ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға киткән сығымдарының 40 проценты ҡаплана. 2024 йылда был маҡсатҡа бөтәһе 100 миллион һум йүнәлтеләсәк. 46 предприятие аҡсалата ярҙам алған да инде.

      Бынан тыш, 2024 йылдың ете айында  10 ауыл хужалығы кооперативына эшкәртеүҙе үҫтереүгә һәм сеймал һатып алыуға 19 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Шулай уҡ республикала 12,9 миллиард һумлыҡ 19 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар иҫәбендә «Башҡортостан туңдырмаһы» компанияһы базаһында туңдырма сығарыуҙы йылына 10 мең тоннаға тиклем арттырыу, Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинатының ҡеүәтен үҫтереү, Мәләүез һөт-консерва комбинаты базаһында ҡоро һөт һәм балалар өсөн аҙыҡ-түлек компоненттары етештереү бар.

       Аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһын экспортлау ҙа юғары темптар менән үҫешә.Уҙған бишйылдауныңкүләмеөстапҡырға артҡан.Башҡортостандан бөтәһе 44 илгә тауарҙар оҙатыла.Быйылреспубликасит илдәргә 460 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын һатҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: