Аукцион 25 декабргә тәғәйенләнгән. Аукционда ҡатнашыусылар башланғыс хаҡтан 20 процент, йәки 17,5 миллион һум күләмендә залог түләргә тейеш.
Дөйөм майҙаны 9,2 мең квадрат метрлыҡ шифахананың күсемһеҙ һәм башҡа объекттары һатыуға ҡуйылған. Улар араһында административ корпустар, дауалау-диагностика корпусы, 15 йоҡо һәм торлаҡ корпусы, алты өй, ике мунса, ашхана, магазин, ҡаҙанлыҡ, гараждар, келәттәр, фонтан комплексы һәм башҡалар бар. Шулай уҡ дауалау һәм аш һыу бүлмәһе ҡорамалдары һатыла. Шифахана 1931 йылда, Талҡаҫ күле янында «Баймаҡ» ял йорто исемендә асылған булған. 2005 йылда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов указы менән ул «Талҡаҫ» тип үҙгәртелә. Санаторий һөйәк-мускул, нервы системаһы ауырыуҙарын, тын юлдары, тире, гинекология һәм урология ауырыуҙарын дауалауға махсуслашҡан була.