2025 йылға был маҡсатҡа тағы 139,6 миллион һум планлаштырылған. Заманса ауыл хужалығы кооперативтары йылдан-йыл үҫешә, уларҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итер кәрәк. Йыл аҙағына Башҡортостанда эшләп килгән ауыл хужалығы кооперативтары һаны 445-кә етәсәк. 2024 йылда уларҙың килеме 7,9 процентҡа артасаҡ һәм 3,3 миллиард һумға етәсәк. 259 кооператив ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә (ит, һөт һәм иген һәм йәшелсә сеймалын һатыу). 169-әҙер продукцияны сауҙа ойошмаларына оҙата.
Быйыл төбәктә тағы ла 24 яңы кооператив барлыҡҡа килгән.
Кооперацияны үҫтереү бөгөн «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектының һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектының өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе булып тора.