Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
16 Ғинуар , 08:50

Федераль программа яңы һөнәр үҙләштерергә булышлыҡ итә

2024 йылда Башҡортостанда 3 меңгә яҡын кеше «мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль программа ярҙамында ҡайтанан белем ала алған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Федераль программа  яңы һөнәр үҙләштерергә булышлыҡ итә
Федераль программа яңы һөнәр үҙләштерергә булышлыҡ итә

Быны эшһеҙҙәр, «декрет»тағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм квалификацияһын үҙгәртергә теләгәндәр башҡара алған. Белем биреү 30-ға яҡын йүнәлеш буйынса атҡарыла. Бер кешене  уҡыуытыуға бүленгән субсидия күләме 60 мең һум самаһы тәшкил иткән. Яңынан белем алыуҙа иң популяр һөнәрҙәр булып психолог-консультант, маркетплейстар буйынса менеджер, тегеү ҡорамалдары операторы, мәғлүмәт ресурстары һәм социаль селтәрҙәр буйынса белгес һөнәрҙәре тора. Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары федераль бюджеттан «Демография» милли проекты сиктәрендә 87 миллион һум аҡса йәлеп иткән.  

      Әйткәндәй, республикала йыл аҙағына 7861 кеше эшһеҙлек буйынса рәсми теркәлгән булған. Ә хеҙмәт баҙарында вакансиялар һаны 50,7 мең тәшкил итә, йәки бер кешегә 6,5. Тимәк кешеләргә һөнәр һайлау, эшкә урынлашыу мөмкинселеге ҙур.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: