2024йылда республикала урман ҡырҡыу күләме 10,6 млн куб. м булған. Ағас әҙерләү өсөн бөтәһе 1,48 млн га майҙанлы 234 урман участкаһы ҡуртымға бирелгән һәм йыл һайын 3,8 млн куб. м ағас әҙерләнгән.
2018 йылдан Башҡортостан биләмәһендә ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәш сиктәрендә урмандарҙы файҙаланыуҙың дистанцион йыһан мониторингы үткәрелә. 2024 йылда мониторинг 5,3 млн гектар урман фондын үҙ эсенә алған. Ошо осорҙа 1,1 мең кубометр күләмендә законһыҙ ағас ҡырҡыуҙар асыҡланған.
Урмансыларҙың икенсе төп бурысы, урман янғындарын иҫкәртеү. Башҡарылған эштәр, күрелгән саралар һәм бигерәктә йәйҙең ямғырлы булыуы сәбәпле үткән йылда урман янғындары майҙаны 97 тапҡырға, ә янғындар һанын 10 тапҡырға кәмегән.Теркәлгән бөтә янғындар ҙа тәүге тәүлектә үк һүндерелгән.Бығаматди-техник базаның яңыртылыуы ла булышлыҡ иткән.
Үткән йылда Башҡортостан урман хужалығына федераль бюджеттан 1,1 миллиард һум аҡса йәлеп иткән. Ошоноң менән, алынған средстволар суммаһы буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Быйылда Башҡортостанда «Экологик именлек» милли проектының яңы ҡабул ителгән «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эштәре дауам ителәсәк.