Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
5 Март , 15:25

Төҙәтмәләр профилле комитеттарҙа хуплау алған

Башҡортостанда  йорт эттәрен мотлаҡ чиплауға бюджеттан 80 миллион һум бүлеү күҙаллана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Төбәктә мотлаҡ чиплау талабын ҡануни рәүештә индерергә планлаштыралар. Закон ғәмәлдә ингәс тәүге ике йылда эт хужалары быны дәүләт иҫәбенә бушлай эшләтә ала, ул тик эттәргә генә ҡағыла. Башҡа йорт хайуандарын хужалар идентификация системаһында үҙ теләге һәм үҙ иҫәбенә теркәй ала. Бөтә чипланған хайуандар тураһында мәғлүмәттәр дәүләт мәғлүмәт системаһына индереләсәк. Был эттәрҙең урамда берәҙәк йөрөүен булдырмаҫҡа  һәм вайымһыҙ хужаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкинлек бирәсәк.

       Закон проекты Дәүләт Йыйылышының март ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Төҙәтмәләр профилле комитеттарҙа хуплау алған. Республикала  чипланған хайуандар тураһында мәғлүмәттәр индереләсәк онлайн-платформа әҙерләнгән. Берәҙәкһеҙ эттәрҙе иҫәпкә алыу, геолокация һәм аналитика модулдәре бар. Платформа бер нисә районда һынау үткән. Закон үҙ көсөнә ингәндән һуң программа бөтә республикала эшләй башлаясаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: