Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
6 Март , 08:25

Аграр вуздар тамамлаусыларға ҡағылышлы яңы закон ҡарала

Башҡортостанда ауыл хужалығы уҡыу йортоноң бюджет бүлеген тамамлаусыларҙы, биш йыл агросәнәғәт комплексында эшләргә мәжбүр итергә тәҡдим бар. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Аграр вуздар тамамлаусыларға ҡағылышлы яңы закон ҡарала
Аграр вуздар тамамлаусыларға ҡағылышлы яңы закон ҡарала

Бындай башланғыс менән республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты сығыш яһай.

     Үткән йылда тармаҡта белгестәр етешмәүен 2,9 мең кеше тип баһалағандар. Шуларҙың 940-ы - механизаторҙар һәм водителдәр.

       Коронавирус пандемияһының беренсе йылында кәмеү башлана: 2020 йылда тармаҡта 51,5 мең хеҙмәткәр иҫәпләнә. 2023 йылда 50,6 мең хеҙмәткәр эшләгән. Ошоно иҫәпкә алып, республикала ауыл хужалығы һөнәрҙәренә йәлеп итеү буйынса эштәр алып барыла. Әйтәйек, 2023 йылдан Башҡортостанда мәктәптәрҙә 38 агрокласс һәм уҡыусылар өсөн 12 производство майҙансығы булдырылған. Февралдә агросәнәғәт комплексында эшләүсе 70 йәш хеҙмәткәрҙе ауыл хужалығы министрлығынан 750 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алыуға һайлап алыу туры үткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: