Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
24 Март , 08:52

"Бүләк" фермаһы тантаналы асылды

XXXV халыҡ-ара «АгроКомплекс» юбилей күргәҙмәһенең һәм Башҡортостан Республикаһының Агросәнәғәт форумының тантаналы асылыуы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге символик төймәгә баҫып, Красная Башкирия» хужалығының Покровка бүлексәһендәге «Бүләк» смарт-экофермаһы эшенә старт бирҙе.

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы предприятиеһы Покровка ауылында 720 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән «Бүләк» аҡыллы экологик фермаһы»  төҙөү буйынса инвестиция проектын 2024 йылда тормошҡа ашыра башланы.
240 баш һауын көтөүенә иҫәпләнгән беренсе һыйыр аҙбары ошо йылдың февралендә төҙөлөп бөткән. 
Яҡынса 400 миллион һум аҡса һалынған. Был базаның  һөт етештереүҙең проект ҡеүәте йыл һайын 3,9 мең тонна булыр, тип күҙаллана. 
Ауыл хужалығы предприятиеһы вәкилдәре әйтеүенсә, 2020 йылда сафҡа индерелгән тәүге робот фермаһы тәжрибәһе үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән. 
Һауыу роботтарының өҫтөнлөктәре бәхәсһеҙ. Беренсенән, был стресһыҙ һауыу: һауылырға, эсергә, ашарға йәки ял итергә һыйыр үҙе ҡарар итә. Ә тыныс һыйыр юғары продукция бирә. Роботтың һәр һыйырға индивидуаль ҡарашы ла һауымды арттырыуға эшләй, һыйырҙың продуктлылығына ҡарап ҡатнаш аҙыҡты һөҙөмтәлерәк ҡулланырға мөмкинлек бирә. Технологик операцияларҙы башҡарыуҙа аныҡ эҙмә-эҙлелек һәм кеше факторы булмауы юғары сифатлы һөт алырға мөмкинлек бирә.

Район башлығы Илдар Нафиҡов:
— «Бүләк» районда ғына түгел, тотош республикала малсылыҡ продукцияһын етештереүҙе арттырыуҙа мөһим звено буласаҡ. Был ферма ғына түгел, ә киләсәккә ҙур аҙым. Был беҙҙең ауыл хужалығын үҫтереү һәм заманса технологиялар индереү өсөн бик мөһим. Беҙ районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексын яңыртыуҙа дөрөҫ юлда!

Әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу дауам итә: икенсе база төҙөлә. 2028 йылға 720 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһы проектын тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Шулай итеп, «Красная Башкирия» хужалығы аграрийҙарға робот фермаһының заманса ғына түгел, иҡтисади яҡтан да отошло булыуын күрһәтә.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: