А/хужалығы
17 Апрель 2025, 02:30

Аграрийҙар сәсеү эштәренә әҙер

Быйылғы  ужым майҙаны 248 мең гектар тәшкил иткән, шуның 91 проценты ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә ҡышлаған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аграрийҙар сәсеү эштәренә әҙерАграрийҙар сәсеү эштәренә әҙер
Аграрийҙар сәсеү эштәренә әҙер

Республикала яҙғы сәсеү эштәрен 2,1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда үткәреү планлаштырыла, был 2024 йыл кимәленән 4,4 процентҡа юғарыраҡ. 2025 йылда дөйөм иген баҫыуҙары 1,5 миллион гектар тәшкил итәсәк.  Техник культуралар 635 мең гектар биләйәсәк. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 80 мең гектарға күберәк.

 Әлеге көндә ауылхужалыҡтарыдымдыҡаплау, ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән шөғөлләнә.Параллельрәүештә аграрийҙарорлоҡтарҙыағыулаубуйынса әүҙем эшалып бара.

     2025 йылдың өс айында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 2,2 миллиард һумға 320 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған.Иңкүбен Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алған.Республикалааграрийҙарға 4,9 миллиард һум самаһы дәүләт ярҙамы ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан 2,8 миллиард һум бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас