Импортлаусы илдәр иҫәбендә Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Монголия, Польша, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм Швейцария илдәре бар. Сит илгә оҙатылған иген культураларының төп өлөшө майлы етенгә тура килә — 13,3 мең тоннанан ашыу. Бынан тыш, сит илдәргә арпа, рапс, горчица, бойҙай, сафлор, вика һәм башҡа иген культураларын оҙатылған. Иген өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерелгән. Хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостары асыҡланмаған. Башҡортостан игене импортлаусы илдәрҙең талаптарына тулыһынса тап килә, тип билдәләй Россельхознадзор.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған, энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тора.