

Хәйбулла районы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстанға экспортҡа 183 тонна күләмендәге арпа әҙерләгән. Күҙәтеү ведомствоһы хәбәр итеүенсә, биш партиялағы иген продукцияһы ЕАЭС-тың фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы тикшерелгән. Тикшерелгән бөтә продукция импортлаусы ил һәм таможня союзы илдәренең талаптарына тап килә. Был Хәйбулла районы ауыл хужалығы предприятиеһының Рәсәйҙән ситкә ебәргән тәүге арпа партияһы түгел. Бынан алда ул Ҡаҙағстанға 298 тонна иген һатҡан. Йыл башынан алып Башҡортостан 3 мең тоннанан ашыу арпа экспортлаған. Башҡортостан аграрийҙарының иген продукцияһын ЕАЭС, БДБ, ЕС, яҡын һәм алыҫ сит илдәре һатып ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын булдырыу.