А/хужалығы
11 Июнь 2025, 03:26

Юлдарҙы ремонтлау эштәре бара

Районында «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск юлын ремонтлау дауам итә.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Юлдарҙы ремонтлау эштәре бараЮлдарҙы ремонтлау эштәре бара
Юлдарҙы ремонтлау эштәре бара

Яңы Абҙаҡ һәм Мораҡай араһында 4 километр оҙонлоғондағы участкала эшселәр юлдың иҫке япмаһын фрезерлай, нигеҙен нығыта һәм асфальт түшәй.  Бында ике ҡатлам асфальт һалыу, билдәләр ҡуйыу, юл ситтәрен тәртипкә килтереү планлаштырыла. "Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһы ошо ҙур ҡалаларҙы, эргәләге ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтарҙы транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Шулай уҡ был юлдан Яҡтыкүл, Абҙаҡ тау саңғыһы комплекстарына, "Яҡтыкүл" шифаханаһына һәм башҡа  туристик объекттарға барып етергә мөмкин. Быйыл юлсылар Әбйәлил, Белорет һәм Ишембай райондарында ошо юлдың биш участкаһын ремонтларға ниәтләй. Шуларҙың ике участкаһында Әбйәлил һәм Ишембай райондарында эштәр алып барыла ла инде. Бөтә юл эштәрен йылдың аҙағына тамамлау планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас