

Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә-9-сы, Волга буйы федераль округта 2-се урында тигән һүҙ. Был һандарҙы башҡортостан дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында хөкүмәт премьер–министры урынбаҫары - төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат фәзрахманов белдерҙе.
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә туранан – тура ярҙамға ике кимәлдәге бюджеттарҙан 4 миллиард 300 миллион һум самаһы йүнәлтелгән, шуларҙың 2 миллиард 300 миллион һумы - Башҡортостан бюджетынан.
Үткән йылда республиканың аграр секторына 9 миллиард һумдан ашыу федераль средстволар йүнәлтелгән. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан буйынса үҫемлекселек продукцияһы индексы 103,7 процент тәшкил иткән. Республикала 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Шулай уҡ майлы культуралар етештереү юғары 735 мең тонна самаһы булған, был уҙған йыл кимәленән 39 процентҡа күберәк, шул иҫәптән көнбағыш – 536 мең тонна (124%). Шәкәр сөгөлдөрө етештереү күләме яҡынса 2,6 млн тонна (151,5%) тәшкил иткән. Былтыр ауыл хужалығы әйләнешенә 36 мең гектарҙан ашыу файҙаланылмаған һөрөнтө ер йәлеп ителгән. Шуларҙың 9 мең гектарынан ашыуы «Ер» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә индерелгән, уны финанслауға 2024 йылда 135 миллион һум йүнәлтелгән (шуның 113,3 миллионы – федераль бюджеттан).