

Маршруттың оҙонлоғо 350 км һәм ул йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин билдәләүенсә: «һуңғы йылдарҙа туризм әүҙем үҫешә. Һәм әлбиттә Башҡортостан да был йәһәттән ситтән тороп ҡалмай. Автомобиль туризмы айырым роль уйнай. Беҙҙең «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» маршруты Рәсәй федерацияһының эталон маршруттары исемлегенә ингән. Туристарҙың төп ағымы – автомобиль менән йөрөүселәр. Беҙгә Ҡаҙағстандан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан ҡунаҡтар күп килә». «Павловская кругосветка» маршруты Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы төп туристик урындарҙы берләштерәсәк.
«Беҙҙең АЗС-тар автотуристарға сифатлы яғыулыҡ ҡына түгел, кафе, парковка һәм уңайлы ял итеү зоналары ла тәҡдим итә.
Республикала 260-тан ашыу станция эшләй, Был Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ итә»,- ти «Башнефть-Розница» ЯСЙ-ы генераль директоры Андрей Кудрявцев. “Павловская кругосветка” төбәктә роснефть ярҙамында тормошҡа ашырылған өсөнсө туристик проект. Компания етәкселеге билдәләүенсә, юл буйы инфраструктураһын һәм эске туризмды үҫтереү эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Ағымдағы йылда республикала автомаршруттарҙы һәм кемпингтарҙы үҫтереүгә 60 миллион һум бүленгән, был туристик сервистың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Тәбиғәт матурлыҡтарын һәм үҫешкән инфраструктураны берләштергән яңы маршрут туристарҙа яҡшы тәьҫортаттар ҡалдырып, Башҡортостандың туристик ҡеүәтен үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ.