

Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йомшаҡ иген сорттары өлгөләре Россельхознадзорҙың Башҡортостан һынау лабораторияһында бөтә кәрәкле экспертизалар үткән. "Хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Аҙыҡ-түлек бойҙайы ЕАЭС-тың һәм импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса тап килә", - тиелә күҙәтеү ведомствоһы һығымтаһында.
Әйткәндәй, май аҙағында Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре Дәүләкән районынан Һәм Сибайҙан Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға оҙатылған 419 тонна бойҙай һәм арыш онон контролдә тотҡан. Июль уртаһында Башҡортостан тәүге тапҡыр монголияға он экспортлаған.
Белеүебеҙсә, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла.
Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа еткереүҙе тәьмин итеү тора.