

МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарға һәм уларҙың туғандарына эшкә урынлашыуҙа ярҙам ителә. Республиканың мәшғүллек үҙәктәренә эш эҙләүҙә ярҙам һорап 2 254 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 1 142-һе эшкә урынлашыуҙа ярҙам алған. 889 кеше, шул иҫәптән 197 махсус операцияла ҡатнашыусы белем биреү сертификаттары ярҙамында яңы һөнәр үҙләштерә. Шифахана-курорт дауалау популяр ярҙам сараһы булып ҡала. Республика шифаханаларында 7 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың туғандары ял иткән. 1 меңдән ашыу кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификат алған, 206 ғаилә бушлай ер участкаларына алыу хоҡуғы менән файҙаланған, 244 кеше льготалы социаль хаҡ буйынса торлаҡ һатып алған.
Яугирҙарҙың ғаиләләренә хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә төбәк штабы ирекмәндәре ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Улар 10 меңгә яҡын ғариза ҡабул иткән һәм эшкәрткән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары мәғариф өлкәһендә әүҙем ярҙам ала. 9 меңгә яҡын кеше балалар баҡсаларына, 8 мең кеше дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй. 7,5 меңдән ашыу уҡыусы йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында ял иткән, 742 балаға республика колледждарында белем алыу өсөн сертификаттар йәки уҡыу хаҡын компенсациялау бирелгән. 20 мең уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай туҡлана. «Ғаилә» үҙәктәрендә, медицина ойошмаларында, республика йәштәр социаль-психология үҙәгендә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеү хоҡуғынан файҙалана. 3,5 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған. Махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының төбәк филиалының социаль координаторҙары мөһим роль уйнай, республикала шундай 106 фонд филиалы эшләй. 2025 йылдың 1 июленә фонд филиалына 30 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Белгестәр 70 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, шуларҙың 98 проценты буйынса хәл ителгән дә инде.