

Инвесторюғары технологиялы ҡорамалдар ҡулланып, майҙаны 3,9 мең квадрат метрлыҡзамансатехнологиккомплекстөҙөргәниәтләй.Төп бурыс сауҙа нөктәләрен сифатлы кондитер продукцияһы менән тәьмин итеү буласаҡ.Инвестицияларҙың дөйөм күләме 136,5 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк.Предприятиела61 эш урыны булдырыла.Республиканыңинвестициякомитетыпроектҡаөҫтөнлөклөстатусбиргән.Иглинрайоныхакимиәтелә ер участкаһын ҡуртымға алыуға булышлыҡ итәсәк.
Икенсеһе, «АЛАН» компанияһының генераль директоры Айрат Фәтҡуллин Өфө районының Дорогино ауылында ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө проектын тәҡдим иткән. Инвесторҙың пландарында - кафе һәм минимаркет менән дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрлыҡ ҡунаҡхана төҙөү. Комплекс ауыл халҡын, шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәрҙе һәм туристарҙы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Инвестициялар күләме 75 миллион һум тәшкил итәсәк. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң объектта 12 белгес эшләйәсәк. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелгән. Өфө районы хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.