А/хужалығы
5 Август 2025, 02:30

Аграрийҙар 550 мең тонна иген йыйған

4 авгусҡа ҡарата Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары 137 мең гектар майҙанды эшкәрткән һәм 550 мең тонна иген йыйған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аграрийҙар 550 мең тонна иген йыйғанАграрийҙар 550 мең тонна иген йыйған
Аграрийҙар 550 мең тонна иген йыйған

Уртаса уңыш гектарынан 40,1 центнерға еткән. Иген культураларын 2,7 миллион гектар майҙанда йыйып алырға кәрәк. Бынан тыш, республикала майлы культураларҙы йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Әйткәндә, республикағы  34 элеватор бар, улар бер юлы 4 миллион тоннаға яҡын иген һәм майлы культураларҙы һаҡларға мөмкинлек бирә.

      24 августан ике шәкәр заводы эшләй башлаясаҡ. Урып-йыйыу кампанияһында бөтәһе 4,2 мең комбайн ҡатнаша. Шулайҙа, вице-премьер, ауыл хужалығы министры Ильшат Фазрахманов билдәләүенсә, техника паркын  яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк. Һүҙ тәү сиратта Рәсәй һәм Белоруссия машиналары тураһында бара. Мәҫәлән, 2030 йылға тиклем Башҡортостанға эшкәртелгән майҙанды тәүлегенә 100 мең гектарға еткереү һәм уңыш йыйыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн 1,2 мең самаһы комбайн һатып алырға кәрәк .

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас