А/хужалығы
8 Август 2025, 04:05

Республика элеваторҙары яңы уңыш ҡабул итергә әҙер

Башҡортостанда элеваторҙар һәм иген ҡабул итеү пункттары яңы уңыш игенен ҡабул итергә әҙер, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығы етәксеһе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республика элеваторҙары яңы уңыш  ҡабул итергә әҙерРеспублика элеваторҙары яңы уңыш  ҡабул итергә әҙер
Республика элеваторҙары яңы уңыш ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы бойороғо буйынса ойошторолған берлектәге комиссия 26 июндән 5 авгусҡа тиклем төбәктә 34 элеваторҙы һәм төрлө милек формаһындағы иген ҡабул итеү пункттарын тикшергән. Эксперттар биналарҙың, ҡорамалдарҙың һәм механизмдарҙың яңы уңыш игенен ҡабул итеүгә әҙерлеген, хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге ҡануниәт нормаларын һәм талаптарын үтәүҙе, хеҙмәткәрҙәрҙе социаль шарттар менән тәьмин итеүҙе баһалаған. Элеваторҙар һәм иген ҡабул итеү пункттары, иген һаҡлау өсөн биналар, техник биналар территорияһының фитосанитар торошона айырыуса иғтибар бүленгән. Комиссия эшенең һөҙөмтәләре буйынса объекттарҙың күбеһе „яҡшы“ баһа менән ҡабул ителгән. Айырыуса „Бүздәк элеваторы“, „Раевка элеваторы“, „1-се Дәүләкән КХП-һы“, „Мәләүез элеваторы“, „Ергән элеваторы“ лайыҡлы рәүештә юғары билдәләр алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас