Йәғни, тәүге ете айҙа Әзербайжан, Беларус, Бельгия, Германия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Монголия, Польша, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Швейцария һәм башҡа илдәргә 20 мең тоннанан ашыу етен, 16,7 мең тонна бойҙай, 4,7 мең тонна арпа, 2,84 мең тонна рапс, 1,18 мең горчица, 0,65 мең тонна сафлор, 0,61 мең тонна вика оҙатылған. Экспортланырға тейеш ҡуҙаҡлы иген һәм майлы культураларҙан 2729 партия һайлап алынған өлгөләр Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тейешле тикшеренеүҙәр үткән. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса бөтә партияларға экспорт фитосанитар сертификаттары бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.