Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Август 2025, 08:56

Башҡортостан шифаханалары ил буйынса тәүгеләр араһында

Йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең шифахана-курорттары рейтингы билдәле.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан шифаханалары ил буйынса тәүгеләр араһында
Башҡортостан шифаханалары ил буйынса тәүгеләр араһында

Бирелгән мәғлүмәттән билдәле булыуынса,  алты айҙа Башҡортостандың шифаханалары 102 меңдән ашыу ял итеүсене ҡабул иткән. Республика шифаханалары ял итеүҙе һауыҡтырыу менән берләштерергә теләгән туристар өсөн йәлеп итеүсәнлек буйынса тәүге бишәү иҫәбендә. Был осорҙа республиканың курорт учреждениеларының килеме 3,9 миллиард һум тәшкил иткән. Дөйөм рәсәй статистикаһы күрһәтеүенсә, 2025 йылдың беренсе яртыһында илдең шифаханаларында 3 миллион 174 мең кеше һаулығын нығытҡан.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас