Ауыл хужалығы ойошмаларында малсылыҡ продукцияһын етештереү, йәғни шәхси хужалыҡтарҙы һәм фермерҙарҙы иҫәпкә алмағанда, тәүге ярты йыллыҡта 8,4 процентҡа артҡан. Иң күптәрҙән, ит етештереү 3,7 процентҡа, тауыҡ йомортҡаһын алыу ике тапҡырға артҡан. Һөт етештереү бер аҙ кәмегән. Алты айҙа республикала 393 мең тонна тауар һөтө һауып алынған, уҙған йылдың тәүге ярты йылында 404,3 мең тонна булған. Яҡынса 80 процент, йәки 313 мең тонна һөттө ауыл хужалығы предприятиелары етештергән, ҡалғандары — фермерҙар.
Иң эре етештереүселәр булып, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Саҡмағош һәм Мәләүез райондары ауыл хужалыҡтары теркәлгән. 2025 йылда дөйөм инвестициялар күләме 6,3 миллиард һум булған, биш ҙур ферма төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Был тауар һөтөн етештереүҙе йылына 15 мең тоннаға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Үҫемлекселек өлкәһендә тәүге ярты йыллыҡта төп һандар теплица йәшелсәләре етештереү иҫәбенә формалаша. Республикала ужым һәм яҙғы культураларҙы йыйыу дауам итә. "Тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы арҡаһында республиканың ҡайһы бер райондарында иген культураларының сифаты юғала. Ужым һәм ҡайһы бер яҙғы культураларҙың шытып сығыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта йыйылған уңыш күләме Башҡортостан Республикаһының игенгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн етерлек буласаҡ», — ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Ильшат Фәзрахманов. Беренсе ярты йыллыҡта республикала аҙыҡ — түлек етештереү - 22,6 процентҡа, эсемлектәр етештереү 9 процентҡа артҡан. Аҡсаға әйләндергәндә, аҙыҡ — түлек етештереү күләме 113 миллиард һум тәшкил иткән. Иң күп, аҡ май етештереү 46,6 процентҡа, макарон изделиелары 30,8 процентҡа, он 20,8 процентҡа артҡан. Шулай уҡ республикала ҡош ите, иттән ярымфабрикаттар, сыр, сәй һәм эремсектән продукциялар сығарыу артҡан.