Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Август 2025, 08:19

Файҙаланыу ваҡыты үткән лифттар алмаштырыла

Йыл башынан Башҡортостанда 120 йортта 361 лифт алмаштырылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Файҙаланыу ваҡыты үткән лифттар алмаштырыла
Файҙаланыу ваҡыты үткән лифттар алмаштырыла

Быйыл республикала күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыу ваҡыты үткән бөтә лифттар, йәки 231 йортта 620 лифт алмаштырыласаҡ.

 Яңы лифттар хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ талаптарына яуап биргән, заманса эшләнгәндәр. Әйткәндәй, 120 йортта 361 лифт алмаштырылған да инде. Бөгөнгө көндә 39 йортта 71 лифтты алмаштырыу буйынса эштәр башҡарыла. Планға ярашлы, 2025 йылда Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыу ваҡыты тамамланған бөтә лифттар алмаштырылырға тейеш. Ағымдағы йылда 620 лифтты алмаштырыуҙы иҫәпкә алып, республикала 4865 лифт алмаштырыласаҡ, йәки был 40 процент күп фатирлы йортто үҙ эсенә ала. Был эштәргә яҡынса 13,5 миллиард һум йүнәлтелгән.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас