“Бүләк” фермаһында
Семинар-кәңәшмәнең тәүге көнөндә ветеринария хеҙмәткәрҙәре “Красная Башкирия” хужалығының Покровкалағы «Бүләк» смарт-фермаһында булды.
– Әбйәлил тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлашыуы менән генә түгел, үҙенең эшсән, уңған халҡы менән дан тота. Бына һеҙ күрәсәк заманса ферма хужалыҡ етәксеһе Раил Салауат улының оҙайлы йылдар дауамындағы өҙлөкһөҙ, тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Нәҡ шундай алдынғы ҡарашлы яҡташтар район иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, төбәктең данын күтәрә лә инде, – тине район хакимиәте башлығы Айрат Әминев ҡунаҡтарҙы сәләмләү телмәрендә.
– Үҙ эшенә мөкиббән киткән хужалыҡ директоры Раил Фәхрисламовтың көсө менән барлыҡҡа килгән ферма менән танышасаҡбыҙ. Тышҡы идарасы булып килгән Раил Салауат улы хужалыҡты күтәрә алды, миллионер итте. Һыйырҙарҙы мал итеп түгел, ә бизнес буйынса партнер итеп күргәнгә Раил Салауат улы үҙенең командаһы менән ҡаҙаныштарға күтәрелде, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште лә инде, минеңсә. Бөгөн республикала ғына түгел, тотош илдә алдынғылар иҫәбендә булған “Красная Башкирия”ға хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән тәжрибә уртаҡлашырға, өйрәнергә киләләр. Хәйер, фермала эштең ҡуйылышын, нисек ойошторолоуын үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин.
– Ҙур файҙа килтерерлек проекттарҙы аҡсаһыҙ бойомға ашырып булмай. Мөмкинлек килеп сыҡҡас, күптән күңелемдә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырырға форсат тыуҙы, тип әйтә алам. Покровка фермаһында алып барылған ошо проектҡа Башҡортостанда түгел, тотош илдә оҡшаш проекттар юҡ. Был базала һыйырҙарға бөтә уңайлы шарттар булдырылған, улар бында үҙҙәрен “королевалар” кеүек тоя тип әйтер инем. Бындай уңайлы шарттарҙа һәүкәштәребеҙҙән ғәҙәттәгесә өс-дүрт йыл түгел, хатта 7-8 йыл рәхәтләнеп һөт һауасаҡбыҙ һәм йылдар үтә килә, уларҙың продуктлылығы ла арта барасаҡ, – тип үҙенең фекерҙәрен еткерҙе Раил Фәхрисламов һәм инновацион алымдар ҡулланылған фермала эшләгәндәргә (һүрәттә) һүҙ бирҙе.
Бөгөн ферманы 5 оператор хеҙмәтләндерә. Операторҙар – Троицк ветеринар институтын тамамлаған Сабирйән Ҡунаҡбаев менән Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған Рәзилә Ғәниева Һамар фермаһында эшләп тәжрибә туплап, Покровкаға эшкә күскәндәр. Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының ветеринария бүлеген тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә үҙ һөнәре буйынса юғары белем эстәгән Айгүзәл Вәлиева 2020 йылдан эшләй.
Селекция буйынса зоотехник Виктория Антонованың Баймаҡ аграр колледжын тамамлап, эшкә килеүенә әле ни бары ике ай ваҡыт. Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Анна Лошкарева Троицк академияһы студенты булараҡ практика үтергә килгән дә фермала эшкә ҡалған. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһының да эшенән хужалыҡ етәкселеге бик ҡәнәғәт.
– Заманса роботлаштырылған фермала эш оҡшай һәм ошондай мөмкинлек биргән Раил Салауат улына рәхмәтлебеҙ, – тине улар бер тауыштан.
Сарала ҡатнашыусыларҙың күптәрен ферманың ни өсөн “Бүләк” исемен йөрөтөүе ҡыҙыҡһындырҙы.
– “Бүләк” смарт-экоферма тип аталабыҙ. Бүләк, русса әйткәндә, подарок. Был фермала бер ниндәй уңайлыҡтар булмаған осорҙан, утыҙ йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт иткән малсы Бүләк Хисмәтуллин исеме бирелде фермаға. Бүләк Салауат улы сирләп тороу сәбәпле, бөгөнгө сарала ҡатнаша алмауы үкенесле, уның үҙен күрергә насип булманы инде һеҙгә. Тағы шуныһы, хаҡлы ялға сыҡҡас, Бүләк Хисмәтуллинға етәкселек ҡарары менән хужалыҡтан пенсияһы күләмендә өҫтәмә аҡса түләнәсәк, – тип аңлатма бирҙе ҡунаҡтарҙың һорауына Раил Салауат улы. – Смарт, тимәк, аҡыллы ферма, бында бөтә технологик процестар автоматлаштырылған, ҡул көсө бөтөнләй юҡ. Экологик яҡтан таҙа, йәғни экологик сеймалдан түшәк, артабан ул тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Һыйырҙар өсөн аҡыллы йорт
Ферманың бөгөнгө торошо, эшмәкәрлеге менән ҡунаҡтарҙы баш ветеринар табип Илгиз Йомағужин таныштырҙы һәм база буйлап экскурсия үткәрҙе.
– Хужалыҡта 2011 йылдан эшләйем. Раил Салауат улының “Киләсәк – роботтарҙа” тип йыш ҡабатлаған һүҙҙәренә башта ышанып етмәй инем. Директор бөтә донъя буйлап тиерлек йөрөп, малсылыҡты үҫтереү тәңгәлендә тәжрибә тупланы. Башта Озерный фермаһы замансаға әйләндерелде, унда роботтар килде, юғары продуктлы мал һатып алынды. Һәм эш китте. Унан һуң Һамар фермаһы базаларына юғары технологиялар индерелде. Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, ике партия Даниянан таналар ҡайтарылды, – ти Илгиз Йомағужин эште нисек башлап ебәреүҙәрен бәйән итеп. – Үҙ хатаңда һәйбәтерәк эшләргә өйрәнәһең тигәндәй, тәүге ике роботлаштырылған ферманың эшмәкәрлегендә беҙ нисек эшләргә кәрәкмәй-ярамай икәнлегенә төшөндөк тиһәм дөрөҫөрәк булыр. Бөгөн, шөкөр, юғары технологиялы өсөнсө ферма сафҡа инде. Был база күпкә отошлораҡ килеп сыҡты, артабан планда – ошо Покровка фермаһында һалынасаҡ ике базаны тағы ла камиллаштырып төҙөү.
Илгиз Рәис улы әйтеүенсә, хужалыҡта бөгөн бөтәһе 2500 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 1200-е һауын һыйырҙар, ҡалғаны төп көтөүҙе яңыртасаҡ тана-торпо һәм һыуалған һыйырҙар. 250 баш һимертеүгә ҡуйылған, былтыр, мәҫәлән, 300 баш һимертелгән йәш малдар “Оренбив”ҡа оҙатылған.
“Бүләк” фермаһының сафҡа индерелгән тәүге базаһы 240 баш һыйыр малына иҫәпләнгән, әле бында196 баш мал аҫырала, шуларҙың 133-ө – һауын һыйырҙар, 31 баш һәм 32 баш мал 1-се һәм 2-се һыуалған төркөмдәрҙә тора. Һауын һыйырҙарҙы 4 робот хеҙмәтләндерә, йәғни бер робот 60 баш малды һауыуға иҫәпләнгән.
Һыйыр быҙаулау менән уға номер менән муйынсаҡ тағыла, муйынсаҡҡа шулай уҡ датчик ҡуйыла һәм номерлы датчик компьютерға беркетелә. Ошо датчик буйынса робот һыйырҙы һауырға кәрәкме-юҡмы икәнен билдәләй, ошо датчик буйынса малдың сәләмәтлек торошон ҡарайҙар, ул шулай уҡ һыйырҙың ҡасыуға теләге бармы икәнлеген дә күрһәтә.
Һыйырҙар ошонда уҡ быҙаулай. Быҙауҙарға ике тапҡыр ыуыҙ һөтө эсерелгәс, уларҙы артабан йәш малдарҙы тәрбиәләүгә махсус тәғәйенләнгән Һамар фермаһына оҙаталар. Тәүге ярты йылда улар тәрән түшәктә аҫырала. Төп көтөүҙе тулыландырасаҡ йәш ярымға тиклемге малдар фермаға кире ҡайтарыла һәм үҫтерелә. 380 килограмм ауырлыҡҡа еткән малдар Озерный фермаһына ебәрелеп, ҡасырыла. Йәш тана-торпо тәүге тапҡыр тәбиғи ысул менән ҡаса, ә артабан датчик буйынса яһалма ҡасырыуға күсерәлә. Бөтә һауын малдары гормон стимуляторы ҡулланып, ҡасырыла.
– Яһалма ҡасырыу юлы менән малды ныҡ ишәйтергә була, тик Раил Салауат улы “уларҙы ҡайҙа һыйҙырып бөтәбеҙ” тип малдарҙы күпләп арттырыу яғында түгел. Һауын һыйырҙарын 2-3 тапҡыр быҙаулаһа, ғәҙәттә ит комбинатына оҙатабыҙ, ә хәҙер һыйырҙарҙы 7-8 быҙаулағанға тиклем аҫырау күҙ уңында тотола, – тип дауам итте Илгиз Рәис улы. – Ғөмүмән, малдарҙы ашатыуға, технологик процестарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә беҙҙә.
Ҡураның һыйырҙар торған урынында аҫтарына ҡалын түшәм түшәлгән. Белгестәр әйтеүенсә, бында башҡа бер ҡайҙа ла файҙаланылмаған етен һаламын бер аҙ һалалар һәм ҡалған ҡатламын ағас онтағы тәшкил итә икән, уның ҡалынлығы 1,2 – 1,5 метр. Бындай түшәм бер йылға етә, тиҙәр.
– Бер һүҙ менән әйткәндә, баҫыуҙан алғанды, баҫыуға кире ҡайтарыбыҙ. Йәғни баҫыуҙа үҫтерелгән культура малдарға аҙыҡ булып килә, улар ашағас, тиҙәктәре ағас онтағы менән ҡушылып, бактериялар ярҙамында ашламаға әйләнеп, баҫыуға кире ҡайтарыла. Шулай уҡ ҡалын түшәм һыйырҙарҙың мастит, бурсит кеүек ауырыуҙарынан арынырға булышлыҡ итте, – ти был хаҡта баш ветеринар табип.
Бында һыйырҙар тәүлек әйләнәһенә базала тормай, улар яҙ, йәй, көҙ айҙары саф һауаға сығып, Раил Салауат улы әйткәнсә, ял итә, Д витамины ала.
Озерный, Һамар фермаларындағы кеүек робот-малсы бында ла бар, ул малдарға таратылған аҙыҡты ваҡыты-ваҡыты менән алдарына этәреп йөрөй.
Ошоғаса һауын роботтарын күрмәгәндәр роботтарҙың эшен күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте. Бәғзеләрҙә һыйырҙарҙың тояҡтарын эшкәртеү станогы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был станок малдарҙың тояҡтарын ҡырҡыу, тояҡ араларын таҙартыу һәм тояҡтарҙың формаһын төҙәтеү процедураларын үткәрергә мөмкинлек бирә икән.
–Хайуандарҙың һаулығын һәм продуктлылығын һаҡлау өсөн мөһим станокта эшкәртеү ауырыуҙар (эренле шешеүҙәр, тояҡ сереүе, тояҡ ҡаҙылмаһы) хәүефен кәметә, имгәнеүҙе һәм тояҡтың деформацияһын булдырмай, – тип әйтеп, уны ғәмәлдә эшләп тә күрһәтте белгестәр.
Базала йыл әйләнәһенә малдарға ҡулай булған бер температура тотола.
Ә мал аҙығы быға махсуслаштырылған Һамар фермаһында һәр төркөм өсөн айырым рацион буйынса әҙерләнә һәм килтерелә.
Киләсәккә пландар
Покровка фермаһы проект буйынса 720 башҡа иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта эшләп торған базанан тыш, тағы ике база барлыҡҡа киләсәк. Икенсеһе әле төҙөлөү өҫтөндә.
– Төҙөлөп ятҡан икенсе база тәүгеһендәге кәмселектәр бөтөрөлөп, тағы ла камиллаштырылып һалына. Мәҫәлән, был базала малдар өсөн ике яҡтан асыҡ майҙансыҡ булдырыла, башҡа өҫтөнлөктәр ҙә бар. Әле проектлау эштәре алып барылған өсөнсө база һыйырҙарға тағы ла уңайлыраҡ, тағы ла яҡшыраҡ итеп һалынасаҡ, – тип һөйләне хужалыҡ директорының производство буйынса урынбаҫары Заһит Ғәлимов төҙөлөш барған базалағы эштәр барышын күрһәтеп. – Ике йылда бөтә төҙөлөш эштәрен тамамлау планлаштырыла. Шулай булғас, киләсәктә барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ.
– Килегеҙ, күрерһегеҙ, сағыштырырһығыҙ, – тип оҙатып ҡалдылар ҡунаҡтарҙы ферма эшсәндәре.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
(Дауамы бар).