Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Сентябрь 2025, 10:25

Ураҡ батырына — йондоҙ

Изге традицияны тергеҙеп: «Красная Башкирия» хужалығында тәүге мең тоннаны һуғып алған ураҡ батырының комбайнына йондоҙ ҡуйҙылар.

Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш мәле. Ауыл хеҙмәтсәндәре һәр аяҙ минут-сәғәтте файҙаланып, уңыш йыя. «Красная Башкирия» ЯСЙ-һында данлы традиция тергеҙелде. Совет осоронда, колхоз-совхоздар гөрләп торған йылдарҙа тәүге йөҙ тонна ашлыҡ һуҡҡан өсөн комбайнға хеҙмәт батырлығы һәм игенсенең оҫталығы символы булған йондоҙ ҡуйғандар. Республиканың алдынғы хужалыҡтарының береһендә был традицияны тергеҙергә ҡарар иттеләр. 
Предприятиеның үҙәк бүлексәһенә йыйылған механизаторҙар, водителдәр, белгестәре алдында ураҡта тәүге мең тонна иген һуҡҡан механизатор Заһит Фәхрисламовтың комбайнына почетлы йондоҙ ҡуйылды. 
Йәш, тырыш механизатор 2022 йылда предприятиела эш башлай. Урал аръяғы профессиональ колледжында белем алған осорҙа хеҙмәт практикаһын  ошо хужалыҡта үткән егет армиянан һуң тура бында килә. Заһит Закир улы эшенең тәүге көндәренән яуаплы, һәләтле булыуын күрһәтә.
Тантанала  район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, хакимиәт башлығының ауыл хужалығы һәм муниципаль контроль буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Хәсәнов ҡатнашты.
Айрат Зиннәт улы баҫыу эшсәндәрен ихлас тәбрикләне.
— Элекке осорҙоң матур йолаһын тергеҙеп, механизаторҙарҙың ауыр хеҙмәте баһаһын, ер кешеһе абруйын арттырабыҙ. Был йондоҙ — юғары профессионализм һәм һайлаған һөнәргә тоғролоҡ билдәһе, — тине район башлығы.
«Красная Башкирия» ЯСЙ-һы директоры Раил Фәхрисламов көн батырын хеҙмәт еңеүе менән ҡотланы һәм бөтә коллективҡа дөйөм эшкә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Тап элеккесә — баҫыуҙарҙа агитбригада сығыштарын хәтерләткән район мәҙәниәт йортоноң «Серле моң» ансамбленең концерт номерҙары баҫыу эшсәндәренең күңелен күтәрҙе, яңы хеҙмәт батырлыҡтарына көс-дәрт бирҙе.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас