Эштәр Рощинский ауылы янындағы юл сиселешенән Ашҡаҙар ауылына тиклем 24 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала башҡарыласаҡ. Хәҙер унда ике һыҙатлы юл. Был бик тығыҙ һәм хәүефле участка, унда күп авариялар була. Уны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү ҡаралған. Подрядсы ер эштәрен һәм коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы башлаған. Эштәр 2026 йылдың аҙағына тиклем тулыһынса тамамланырға тейеш.
Подрядсы булып Өфөнөң «Дортрансстрой» компанияһы тора, ул эштәрҙе 3,9 миллиард һумға башҡарырға тәҡдим иткән, башланғыс хаҡы 4,1 миллиард һум булған. Ойошма конкурста берҙән-бер ҡатнашыусы була. Эш башҡарыусыны өсөнсө ынтылыштан һайлайҙар. Беренсе тендер 2024 йылдың йәйендә үткәрелә. Ул саҡта Һамарҙың «Автоволгастрой» компанияһы еңеүсе була. Уҙған йылдың август аҙағында «Дортрансстрой» ялыуҙары буйынса УФАС сауҙаны яба, ә октябрҙә заказсы һатып алыуҙы юҡҡа сығара. Икенсе тапҡыр тендер быйыл ғинуарҙа контракттың башланғыс хаҡы 4,9 миллион һумға арттырылып баҫылып сыға, әммә бер нисә көндән заказсы конкурсты үткәреүҙән баш тарта. Өсөнсө тапҡыр аукцион үткәреү тураһында белдереү 4 февралдә баҫылып сыға. Төбәк башлығы Радий Хәбиров менән Росавтодор етәксеһе Роман Новиков 2024 йылдың авгусында участкала әҙерлек эштәренә старт бирҙе. Трассаны реконструкциялау өсөн федераль юл фондынан түләнә. Проект буйынса, участкала тиҙ йөрөшлө һыҙаттар, йәйәүлеләр үткәүелдәре төҙөү, юл аҫтына һыу үткәргес торбалар һалыу планлаштырыла.