Был турала бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. "Башҡортостан республикаһы муниципаль райондарының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының башҡортостан территориаль подсистемаһының идара итеү органдары һәм көстәр өсөн 2025 йылдың 8 авгусынан 10 октябренә тиклемге осорға "Ғәҙәттән тыш хәл" режимын индерергә һәм төбәк кимәлен билдәләргә", — тиелә документта.
Ғәҙәттән тыш хәл зонаһына Бөрө, Благовар, Благовещен, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Шишмә райондары индерелгән. Был муниципалитеттарҙа 8 августан 15 сентябргә тиклем көслө ямғырҙар арҡаһында сәсеүлектәрҙең бер өлөшө һәләк булған. Ауыл хужалығы министрлығына һәм район хакимиәттәренә «тупраҡтың артыҡ дымланыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тулы саралар» күрергә ҡушылған. Муниципалитеттар 8 октябргә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығына артыҡ дымланыуҙан килгән зыянды һәм һәләк булған культураларҙы үҫтереүгә сығымдарҙы дәлилләгән документтар тапшырырға тейеш.
Августа һәм сентябрь башында оҙайлы ямғырҙар арҡаһында 11 районда 8,5 мең гектар ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре һәләк булған. Зыян яҡынса 114 миллион һумға баһалана.