Проектты төбәк хөкүмәтендәге «инвестиция сәғәте»дә компанияның директоры Евгений Пожидаев тәҡдим иткән. Инвестор предприятиеның ғәмәлдәге майҙансығында 1,8 меңгә яҡын һыйыр аҫрау өсөн корпус төҙөй башлаған да инде. Унда йылына 17 мең тонна һөт етештереү цехын йыһазландырыу планлаштырыла. Производствола 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелгән. Инвесторға тоҡомло мал һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар һәм комплексты инженер селтәрҙәренә тоташтырыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. «Артемида" тоҡомсолоҡ хужалығы" ЯСЙ-ы Ҡырмыҫҡалы районының Бекет ауылында 2009 йылдың февралендә теркәлгән. Компания ҡатнаш хужалыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 2024 йылда килем 763 млн һум тәшкил иткән, саф табыш 71,5 млн һум булған.