Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
14 Ноябрь 2025, 11:01

Алдынғыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһа алды

Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Бөтә республиканың уңған игенселәре һәм малсылары йыйылған хеҙмәт байрамында беҙҙең делегация ла ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, ауыл хужалығы һәм муниципаль контроль буйынса башлыҡ урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Хәсәнов барҙы.

Алдынғыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһа алды
Алдынғыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһа алды

Байрамда төбәктең ауыл хужалығындағы төп күрһәткестәренә байҡау яһалды, үҫтерелгән уңыш барланды. Ауыл эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡотланы.
— Ағымдағы йыл аграрийҙар өсөн иң яҡшыларҙың береһе булды. Майлы культураларҙан рекордлы уңыш алдыҡ, шәкәр сөгөлдөрө күләме һынатманы, шулай уҡ иген культуралары буйынса 3,8 миллион тонна урып-йыйҙыҡ – былар һуңғы йылдарҙағы иң юғары күрһәткестәр. Аграрийҙар баҫыуҙарҙан төбәк ихтыяжы өсөн кәрәк булғандан бер ярым тапҡырға күберәк йыйып алды. Беҙ өлгәшелгәндәр менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, — тип белдерҙе үҙ сығышында Радий Фәрит улы. — Малсылыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләр бар. Тармаҡ мал аҙығы менән етерлек тәьмин ителде. Заманса комплекстар төҙөлә. Агросәнәғәт продукцияһын экспортлау һуңғы биш йылда ике тапҡырға артты. Донъяның ҡырҡтан ашыу иленә республиканан миллион тоннаға яҡын продукция оҙатыла.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Ауыл хужалығында эшләү бер ваҡытта ла еңел булманы. Эйе, техника яҡшыра, аграрийҙарға уңайлыраҡ шарттарҙа эшләргә мөмкинлек бирә. Әммә уларға хәҙер башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Мәҫәлән, хаҡтарҙың тотороҡһоҙлоғо бәкәлгә һуға. Бында дәүләттең роле мөһим — тармаҡҡа ярҙам итеү, сығымдарҙың өлөшөн ҡаплау беҙҙең бурыс.

Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ғүмерҙәрен ауыр хеҙмәткә арнаған алдынғыларға наградалар тап-шырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан да булыуҙары ҡыуаныслы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ «Урал аръяғы Агро» МТС-ы бүлексәһе идарасыһы Әнүәр Хәсән улы Солтанов менән «РЕСА» компаниялар төркөмө (Әлмөхәмәт элеваторы) акционерҙар йәмғиәте идарасыһы урынбаҫары Павел Петрович Воронов министр ҡулынан награда алды.
Үҙҙәренең көндәлек тырыш хеҙмәте менән райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә өлөш индергән үҙ эшенең оҫталары ла сәхнәгә күтәрелде. «Яҡташ-N» ЯСЙ-һының ҡымыҙ бешеүсеһе Гөлшат Әмир ҡыҙы Рәхмәтуллина һөнәре буйынса республикала иң яҡшыһы тип билдәләнде. «Красная Башкирия» ЯСЙ-һының мал һимертеү буйынса операторы Сергей Сергеевич Копытов иң яҡшы белгес тип танылды. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантанала әбйәлилдәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланыуы — республика етәкселегенең тармаҡҡа, эшсәндәренә иғтибары һәм хәстәрлеге.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, агросәнәғәт комплексы – ул беҙҙең республика иҡтисадының нигеҙе. Әбйәлил районы хеҙмәтсәндәре был мөһим күрһәткескә лайыҡ-лы өлөш индерә. Быйыл беҙҙең аграрийҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте менән үҫтерелгән йөҙ мең тоннанан ашыу иген келәттәргә һалынды, — тине Айрат Зиннәт улы.
Ирек Хәсәнов хеҙмәтсәндәр һөнәри байрамды яҡшы кәйеф, юғары күрһәткестәр менән ҡаршылауын һөйләне.
Йыл ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн уңай килде. Яҙ һәм йәй ямғырҙың етерлек яуыуы мул уңышҡа нигеҙ булып тора. Көҙ һауа шарттарының ҡатмарланып китеүенә ҡарамаҫтан, аграрийҙар үҫтерелгән уңышты тулыһынса йыйып алыуға өлгәште.
— Дөйөм алғанда, ураҡ эштәрен теүәлләнек тиергә мөмкин. Көнбағыш сәсеүлектәре генә ҡалды, уларҙы урыу өсөн һыуыҡ төшкәнен көтәбеҙ. Тулайым урып-йыйылған иген 103 мең тоннанан ашыу булһа, уртаса уңыш гектарынан 24,8 центнер тәшкил итте, — тине Ирек Хәсәнов. — Мал аҙығы әҙерләүгә килгәндә, 11,1 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сабылған. 32 мең тонна бесән әҙерләнгән (планға ҡарата 117 процент), 19 мең тонна һалам, 9 мең тонна сенаж һәм 3,4 мең тонна силос һалынған. Шартлы мал башына иген фуражын иҫәпкә алмайынса, 21,7 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.
Киләсәк уңыштың нигеҙе — сифатлы орлоҡ булыуын беләбеҙ. Ноябрь башына 6,7 мең тонна орлоҡ һалынған, шуларҙың 950 тоннаһы суперэлита һәм элиталы сорттар. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа орлоҡ һалыу, уларҙы эшкәртеү дауам итә.

Ирек Хәсәнов, ауыл хужалығы һәм муниципаль контроль буйынса район башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы:
— Беҙҙең районда 76785 гектар һөрөнтө ер иҫәпләнә, ағымдағы йылда сәсеүлектәр майҙаны 73 мең гектар тәшкил итте, — тип билдәләне Ирек Әҙеһәм улы. — 67 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылды, шул иҫәптән 42 мең гектарҙа — иген культуралары, 18 мең гектарҙы техник культуралар һәм 11 мең гектарҙы мал аҙығы культуралары биләне. Һуңғы йылдарҙа рапс, көнбағыш һәм етен сәсеүлектәре артыуы күҙәтелә. Район техник культуралар сәсеү майҙандары буйынса Урал аръяғында алдынғы булып тора.

Малсылыҡта ла ыңғай үҙгәрештәр бар. Районда һөт етештереү буйынса төп предприятие булған «Красная Башкирия» хужалығы «Бүләк» һөтсөлөк комплексының икенсе базаһын төҙөй.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Ирек Әҙеһәм улы әйтеүенсә, йылҡы тотоусылар менән ентекле эш алып барыла.
— Төп проблема — аттарҙың ҡарауһыҙ йөрөүе, юлдарға сығып, авариялар сәбәпсеһе булыуы. Эре хужалыҡтар был юҫыҡта тәртип булдырҙы, улар өйөрҙәренә көтөүселәр ҡуйҙы. Ә бына һәр ауылда ике-өс баш йылҡы тотҡандар менән шәхсән эшләргә тура килә. Йыйылыштар үткәрәбеҙ, килмәгәндәр менән өйҙәренә барып һөйләшәбеҙ, аңлатабыҙ. Ветеринария хеҙмәткәрҙәре аттарға ҡуйыу өсөн яҡтылыҡты ҡайтарыусы таҫмалар тарата. Хәмит һәм Ҡырҙас ауылдарында карантин иғлан ителде, шуға бөтә эт-бесәйҙәр вакцинацияланырға тейеш. Төлкөләр күп, халыҡҡа уяу булырға кәрәк. Ауыл эсендә йөрөгән осраҡта шунда уҡ урындағы хакимиәткә хәбәр итегеҙ, улар ашығыс саралар күрәсәк.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас