Был хаҡта Саҡмағош районында үткән баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын әҙерләүгә арналған семинар-кәңәшмәлә хәбәр иткәндәр.
2025 йылда төбәктең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы буйынса 700 миллион һумдан ашыу субсидия алған.
"Иҡтисадтағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары техника һатып алыу темптарын айына 1 миллиард һумлыҡ кимәлдә тотоуын дауам итә, тип билдәләгән БР вице — премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Техникаға хаҡтар хәҙер 2,5 тапҡырға ҡиммәтерәк. Шуға күрә техникаға мөнәсәбәт тә, һаҡсыл булырға тейеш.
Бр ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов фекеренсә, киләһе миҙгелгә техниканы тулы комплектлы ремонтлауҙы ваҡытында башларға кәрәк.
Иң ябай тупраҡ эшкәртеү агрегаттары 1 февралдә, тракторҙар, машиналар һәм сәсеү эштәре өсөн ҡорамалдар 1 апрелгә тиклем, үҙйөрөшлө ҡырҡыу ҡоролмалары 20 майға тиклем, комбайндар 1 июлгә тиклем әҙер булырға тейеш.