Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Декабрь 2025, 17:20

Фермерҙар 45 миллион һумлыҡ грант аласаҡ

Башҡортостан фермерҙары дөйөм суммаһы 45 миллион һумлыҡ «Ғаилә фермаһы» грантына эйә булған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Фермерҙар 45 миллион һумлыҡ грант аласаҡ
Фермерҙар 45 миллион һумлыҡ грант аласаҡ

Республиканың ауыл хужалығы министрлығында быйылғы йылдың «Ғаилә фермаһы» грантын алыуға конкурстың икенсе этабы тамамланған. Дүрт фермер дөйөм суммаһы 45,3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыусы тип танылған.

БР хөкүмәте вице — премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, республиканың агросәнәғәт комплексында бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам күләменең юғары кимәлдә һаҡланыуы бик мөһим.

«2025 йылда был йүнәлешкә булышлыҡ итеүгә федераль һәм төбәк бюджеттарынан йәмғеһе 420 миллион һум самаһы аҡса ҡаралған. Шуның арҡаһында иҡтисадтың был секторында етештереү күләмен һаҡлап ҡалыу мөмкин буласаҡ", - тип белдерҙе ул.

Конкурстың икенсе этабы 8 декабрҙә тамамланды. Беренсе этап 2025 йылдың авгусында төбәктең ауыл хужалығы министрлығында үтте.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас