Ощо көндәрҙә, Көйөргәҙе районынан май экстракцияһы предприятиеһы Мароккоға 2999 тонна гранулалы көнбағыш шроты — ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштар өсөн ҡиммәтле юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәһе оҙатҡан.
Көнбағыш орлоҡтарын үҫемлек майына эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы өлгөләре россельхознадзор ҡарамағындағы аккредитацияланған һынау лабораторияһында энтомологик, гербологик һәм микологик экспертизалар үткән.
"Мал аҙығында үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары табылмаған. Көнбағыш шроты импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса тап килә,» -тип һыҙыҡ өҫтөнә алдғандар күҙәтеү ведомствоһында.
2025 йылдың 9 ғинуарынан 5 декабренә тиклем Россельхознадзор контроле аҫтында Башҡортостандан Германияға, Латвияға, Мароккоға, Төркмәнстанға дөйөм ауырлығы 71,68 мең тонна булған 1022 партия гранулланған көнбағыш шроты оҙатылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын.