Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Декабрь 2025, 17:50

“Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” проекты

Башҡортостанға “Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә өҫтәмә рәүештә 200 миллион һум бүленгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

“Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” проекты
“Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” проекты

Һөҙөмтәлә федераль бюджеттан дөйөм ярҙам күләме 953 миллион һумға еткән, йәнә 20 миллион самаһы — республика бюджетынан финансланған.

"Башҡортостан-аграр төбәк, һәм беҙҙең өсөн был бик мөһим: көслө кадрҙарһыҙ юғары уңыш та, һөт тә, экспорт үҫеше лә булмаясаҡ», — тип белдергән республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

      Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” проекты биш йүнәлеште үҙ эсенә ала. Шул иҫәптән АПК  предприятиеларына хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм студенттарҙың практикаһын компенсациялау. Бындай ярҙамды 51 предприятие һәм 277 хеҙмәткәр, 31 предприятие һәм 354 студент алған.

Иң ҙур өлөш, йәки 848 миллион һумдан ашыуы, колледждарҙы һәм агрокластарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға йүнәлтелгән.

Шулай уҡ йәш белгестәргә торлаҡ өсөн, агрокласс уҡытыусыларына һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына дәртләндереүсе түләүҙәр өсөн аҡса бүленә.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас