Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Декабрь 2025, 18:05

Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредитлау 22 миллиард һумға еткән

Быйыл Башҡортостанға федераль бюджетынан льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау механизмын тормошҡа ашырыуға 957,2 миллион һум аҡса бүленгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредитлау 22 миллиард һумға еткән
Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредитлау 22 миллиард һумға еткән

Был 2024 йылға ҡарағанда 1,8 тапҡырға күберәк. Ошоноң ярҙамында республика аграрийҙарына дөйөм суммаһы 22,1 миллиард һумға льготалы ставка буйынса 477 ҡыҫҡа сроклы кредит хупланған.

2025 йылда льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау механизмын тормошҡа ашырыуға РФ төбәктәре буйынса дөйөм лимит 34,1 миллиард һум күләмендә билдәләнгән, былтыр 18 миллиард һум булған.

Льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау программаһы АПК предприятиеларына түбән процентлы ставка буйынса бер йылға тиклем кредит алыуын күҙ уңында тота — 6,95-тән 10,25 процентҡа тиклем, ә уны компенсациялауға субсидиялар шунда уҡ кредит ойошмаларына йүнәлтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә хәҙер «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты тормошҡа ашырыла. Маҡсат технологик лидерлыҡҡа һәм етештереүҙең тотороҡло үҫешенә өлгәшеү, шул иҫәптән льготалы кредит финанслау механизмы ярҙамында.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас