Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығынан билдәләүҙәренсә, 11 айҙа бындай продукцияны экспортлау күләме 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артҡан.
Мәҫәлән, Әзербайжанға, Германияға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға, Төркиәгә, Үзбәкстанға Башҡортостан предприятиелары 27,37 мең тонна он, 646 тонна ярма һәм 95,5 тонна солода һатылған.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә: "Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Иген эшкәртеү продукцияһы импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә", - тип һығымта яһағандар Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты - 2030 йылға сеймал, энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуынһы тәьмин итеү.