Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Декабрь 2025, 10:19

Ҡаҙағстанға игендең ҙур партияһы оҙатылған

Ҡырмыҫҡалы районынан ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстанға 1,6 мең тоннанан ашыу бойҙай оҙатҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡаҙағстанға игендең ҙур партияһы оҙатылған
Ҡаҙағстанға игендең ҙур партияһы оҙатылған

Иген партияһы Россельхознадзор ҡарамағындағы «ВНИИЗЖ» ФДБУ-ның Башҡортостан һынау лабораторияһында бөтә кәрәкле тикшеренеүҙәр үткән. Хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған.

"Тикшерелгән бойҙай өлгөләре ГОСТ һәм ЕАЭС — тың фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә», - тип һығымта яһағандар Россельхознадзорҙа.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал, энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас