Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
8 Ғинуар , 10:10

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙан килем арта

2025 йылдың 11 айында Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһы экспорты күләме 519 мең тонна тәшкил итеп 3 309 млн долларға еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙан килем арта
Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙан килем арта

2024 йылдың ошо уҡ осоронда республиканан сит илдәргә 6 305 млн долларға 600 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған булған.

Шулай итеп, бер йылда экспорт күләме 13,5% кәмегән, ә аҡсалата 1,3% артҡан.

"Йөктәрҙең 67 проценттан ашыуы май — май тармағы продукцияһына тура килгән.

Былтыр ғинуар — ноябрь айҙарында төп экспорт продукты — үҫемлек майынан алынған килем 2 208,6 млн доллар тәшкил иткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,3 процентҡа күберәк—$205,9 млн.

  Республиканың иң алдынғы экспортерҙары булып «Сигма» төркөмө предприятиеларына ингән, «Элеватор» һәм «Шишмә май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тора.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас