Республика үткән йылда сит илгә 30,6 мең тонна арыш һәм бойҙай оно, 774 тонна бойҙай, ҡарабойҙай һәм арпа ярмаһы, 1,5 мең тонна кәбәк һәм 95,5 тонна солод оҙатҡан.
Төбәк аграрийҙарынан продукцияны Әзербайжан, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан һатып алған.
Бөтәһе 675 партия иген эшкәртеү продукцияһы сит илгә оҙатылған. Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре һәр партиянан экспорт йөк өлгөләрен һайлап алған, улар ведомство ҡарамағындағы лабораторияла тикшереүҙәр үткән.
"Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә өлгөләрҙә хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостары асыҡланманы, оҙатылыусы продукция импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Һәр партияға Россельхознадзор фитосанитар сертификаты тапшырылған.