Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Ғинуар , 11:27

АПК продукцияһы экспорты артҡан

Һуңғы биш йылда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау ике тапҡырға тиерлек артҡан.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

АПК продукцияһы экспорты артҡан
АПК продукцияһы экспорты артҡан

Был ваҡыт эсендә 1,8 миллиард долларға 3 миллион тоннанан ашыу продукция экспортланған.

Башҡортостан былтыр ауыл хужалығы продукцияһын донъяның 35 иленә экспортлаған.

АПК продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаттарына тап килә.

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ экспортының 67 проценттан ашыуын майлы продукция, яҡынса 20 процентын аҙыҡ — түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, башҡа төр продукция 7 процент, 3 проценттан ашыуын һөт продукцияһы һәм 3 процентҡа яҡынын иген культуралары тәшкил иткән.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, традицион партнерҙар менән эш алып барыла, шулай уҡ экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә. Бөгөнгө көндә партнерҙар булып Ҡаҙағстан, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Әзербайжан илдәре тора.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас