Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Ғинуар , 11:00

Һөт малсылығы комплекстары уңышлы эшләй

Башҡортостандың һөт малсылығында йәнә 20 роботлаштырылған комплекс төҙөләсәк.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һөт малсылығы комплекстары уңышлы эшләй
Һөт малсылығы комплекстары уңышлы эшләй

Әлеге ваҡытта 37 роботлаштырылған система уңышлы эшләй, шуларҙың 20-нән ашыуы 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты ярҙамында агросәнәғәт комплексының технологияларын һәм цифрлаштырыуын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә.

"Республикала һөт тармағын индустриялаштырыу бара, колхоз тибындағы иҫке һөт фермалары тиҙҙән ҡалмаясаҡ, — тип аңлатма бирә Хөкүмәт вице-премьеры — БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов».

Әбйәлил районы «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы, Илеш районының «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводы, Мәләүез районы Салауат исемендәге АХК-ы, Иглин районы «Агротех» һәм «Мизюк» хужалыҡтары, Туймазы районы «Уязы» фермер хужалығы алдынғылар рәтендә.

Быйыл йыл дауамында тағы ла кәм тигәндә 20 роботлаштырылған комплекс төҙөп сафҡа индереү планлаштырыла.

Әйткәндәй, йыл аҙағында Калинин исемендәге агропредприятие 3,5 мең һыйырға иҫәпләнгән «Калинин» һөт-тауар комплексын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырған да инде. Был Рәсәйҙә яһалма интеллект һәм алдынғы инженер ҡарарҙары ҡулланылып эшләүсе иң ҙур һөт комплекстарының береһе.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас