Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Ғинуар , 07:40

Үҙмәшғүлдәр һаны 30 процентҡа артҡан

2025 йылда Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 30 проценттан ашыуға артҡан һәм 343,6 мең кешегә еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Үҙмәшғүлдәр һаны 30 процентҡа артҡан
Үҙмәшғүлдәр һаны 30 процентҡа артҡан

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр иткән.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, былтыр үҙмәшғүлдәрҙең килеме бер ярым тапҡырға артҡан һәм 50 миллиард һумға еткән.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше буйынса ла Башҡортостан яҡшы динамика күрһәткән. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге компаниялар һәм эшҡыуарҙар һаны 6,4 процентҡа, йәғни 151 меңгә тиклем артҡан. Күрһәткестең үҫеш темптары уртаса Рәсәй кимәленән юғары (3,7 процент).

Үҙмәшғүлдәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә туғыҙынсы урынды биләй. Был төр эшҡыуарлыҡ секторында 653 мең кеше мәшғүл, былтырғыға ҡарағанда 9,3 процентҡа күберәк.

Юғары һөҙөмтәләр бизнес үҫешен дәртләндереү буйынса күрелгән сараларҙың, шул иҫәптән «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты булышлыҡ итеүенең күрһәткесе.

       Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы булдырылған.  Уның эсенә Башҡортостандың гарантия фондын һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ составындағы «Минең бизнесым» үҙәген, Төбәк лизинг компанияһын, Башҡортостан микрокредит компанияһы инә. 2025 йыл дауамында улар дөйөм суммаһы 2,3 миллиард һумдан ашыуға финанс ярҙамы күрһәткән.

     Эшҡыуарҙарға комплекслы финанс булмаған ярҙам менән «Минең бизнесым» үҙәге лә шөғөлләнә. Улар  мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре, белем биреү һәм акселерация программалары чрҙамы, эшлекле саралар үткәрә. 2025 йылда Үҙәк бөтәһе 8 меңдән ашыу мәғлүмәт-консультация һәм профилле хеҙмәт күрһәткән. Уның офистары төбәктең 13 муниципалитетында эшләй. 2026 йылда Сибайҙа тағы ла бер офис асыу планлаштырыла.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас