Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Февраль , 16:10

Рәсәйҙең киләсәге бөйөк фәнни асыштарға бәйле

Бөйөк фәнни асыштар күп йәһәттән Рәсәйҙең киләсәген, уның үҫешен һәм сәскә атыуын билдәләй. Был хаҡта Дәүләт Башлығы Владимир Путин белдерҙе. #ВладимирПутин

Рәсәйҙең киләсәге бөйөк фәнни асыштарға бәйле
Рәсәйҙең киләсәге бөйөк фәнни асыштарға бәйле

Йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендә премиялар тапшырыу тантанаһында сығыш яһап, Путин уларҙың ҡыҙыҡлы, лайыҡлы һәм мауыҡтырғыс эште — прогресҡа хеҙмәт итеүҙе һайлағандарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Был фән өлкәһендәге эшегеҙ, арымай — талмай эҙләнеүҙәр, яңы белем өҫтәү — бөйөк асыштарҙың нигеҙе, уларҙан күп осраҡта илебеҙҙең киләсәге, уның үҫеше, сәскә атыуы тора», - тине Путин тантана ваҡытында.

Әйткәндәй, Дәүләт Башлығы юғары белем биреүҙе реформалау буйынса пилот проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас